• Название:

    Дутары йргенд копия


  • Размер: 0.03 Мб
  • Формат: ODT
  • или
  • Сообщить о нарушении / Abuse

Установите безопасный браузер



Һин һаманда дуҫтарың йөрәгендә

Бөгөн быуаттың дүрттән бер өлөшөн һәм үҙ ғүмеренең,йәшлегенең иң сағыу йылдарын, ил һаҡлауға бағышлаған дуҫым Рим Шәһиәкбәр улы Ғәскәровты һуңғы юлға оҙатыуға бер йыл ваҡытта үтеп китте. Уның тормош юлдары бер бәләкәй генә йылғалай, Илеш районында башланып, артабан ул инеш оло бер тормош йылғаһына ҡушылып шаулап ағып китте. Үрге Йәркәйҙә урта мәктәпте тамамлағас армияға тиклем, район гәзитендә редактор вазифаһын

башҡара. Артабан армия сафына алына һәм көнсығыш Германияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, бер аҙ ваҡыттан тағы ла армияға алынып хәрби училищегә уҡырға ебәрелә. Бына шулай башлана уның оҙайлы, хәҙер инде офицер булараҡ, хеҙмәт юлдары. Ҡайҙа ғына ташламай уны хеҙмәт юлдары... Татищево, Украина, Балогое, Байконур(Ленинск ), Межгорье (Белорет районы) һәм һуңғы туҡталышы Өфө ҡалаһында.

Уйламағанда Украинала Николаевск өлкәһендә хеҙмәт юлдары 1974 йылдың 4 март көнө осраштырҙы беҙҙе. Шунан бирле дуҫтар булып йәшәнек. Бер көнө күрше частең территорияһынан үтеп барһам, бер ротаның территорияһында, “беҙҙекеләргә” оҡшаған старший лейтенант һалдаттар менән һөйләшеп тора. Һөйләшеүенә ҡарап, мин шунда уҡ йә татар, йә башҡорттор тип, уйлап: “Здравия желаю, давай знакомиться, я из Башкирии, наверное мы земляки”, тип һүҙ башланым.

-Да! Я тоже из Башкортостана. А ты из какого района?... Һәм беҙ артабан, тәү танышыуҙан уҡ тиҙ арала ғаиләләр менән дуҫлашып, артабан ҡалған ғүмерҙе дуҫтар булып йәшәнек. Бер йылдан һуң хеҙмәт юлдар айырылды. Улар Балагое, ә беҙ Ҡытай сигендәге Георгиевка – 4 гарнизонына күсерелдек. Шулайҙа һәр ваҡыт хат яҙышып торҙоҡ. Дүрт - биш йылдан тағы осраштыҡ. Быныһы инде Байконурҙа булған осрашыу. Унда үткән йылдар ғүмерлек иҫтәлектәр менән бәйле. Яңы дуҫтар таптыҡ. Башҡортостандан кешеләр күп ине. Артабан беҙ үҙ тирәбеҙгә башҡа дуҫтарҙы ла таптыҡ.

Ул Байконурҙа 250 площадкала, управленияның партком секретаре булараҡ, “Энергия – Буран” программаһына ярашлы “Буран” ракетаһын ултыртыр өсөн майҙан эшләүҙе ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашты. Эштән һуң әҙерәк кенә буш ваҡыттар тапһа: Харис, әйҙә, тиҙ генә Лилиә менән беҙгә килегеҙ, тип саҡырыуҙары һаманда бер төш кенә һымаҡ. Улар ҡатыны Ғәтиә менән беҙҙе, беҙ уларҙы саҡырып, һөйләшеп, көлөшөп, йырлашып күңел асып алыу хатта бер йолаға әйләнеп киткәйне. Оҫта гармунсы, йырсы ла. Ҡатыны Ғәтиә менән икәүләп инәлтеп тормайынса йыр һуҙып ебәрһәләр!?..

Хеҙмәт юлдарында төрлө дәрәжәләрҙә эшләргә тура килде уға. Замполит роты, замполит части, секретарь парткома, командир части, аҙаҡтан ауырыу сәбәпле Өфө ҡалаһының Киров районында 3 бүлек етәксеһе вазифаһын башҡарыу йөкмәтелә һәм ул 1990 йылда хаҡлы ялға сыға.

Ҡайҙа ғына эшләмәһен ул үҙ бурыстарын намыҫлы башҡара һәм һәр ваҡыт оло хөрмәткә лайыҡ - оло йөрәкле, киң күңелле, алсаҡ йөҙлө кеше ине дуҫым Рим!

Һәм ул күптәрҙең күңелендә шундай кеше булып һаҡланыр ҙа... Хеҙмәттән бушанғас, ҡайҙа ғына һәм ниндәй эштәрҙе башҡарырға туры килмәне уға?..

“Йәшлек” гәзитендә лә, “Илеш-Баймаҡ” гөзитен баҫма итеп сығарыуға өлгәште. Беҙ уның менән 42 ике йыл бергә булдыҡ тиһәм дә хата булмаҫ,

сөнки ҡай саҡ, хеҙмәт юлдары айырылған саҡта ла, беҙҙең бәйләнештәр өҙөлмәне, дуҫтар булып, ғәиләләр менән аралашып, сыр- сыу килеп балаларҙы ла бергә үҫтерҙек, кеше итергә тырыштыҡ һәм нисек тә булһа, үҙебеҙ ҙә, кешенән кәм - хур булмай бергә йәшәргә тырыштыҡ.

Ул шағир йөрәкле лә ине.

Яҙыусыларға ла, журналистарға ла билгеле кеше булды. Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Минуллин менән дә аралашып йәшәгәнен яҡшы беләм...Бер нисә шиғырҙар йыйынтығы авторы. Гәзит – журналдарҙа ла баҫылып торҙо.

Ҡыҫҡаса әйткәндә, актив, тырыш һәм һәр ваҡыт кешеләр менән яҡшы мөнәсәбәттә булыуы менән һоҡландырҙы. Уны һаманда күптәр хәтергә алып: “Эй, бигерәктә шәп, ихлас күңелле кеше ине,” тип хәтерләйҙәр, әле лә... Үкенескә ҡаршы,был тормоштоң дауылдары бер кемде лә урап үтмәне. Ошо йылдарҙың ил тарҡалыуы сәбәпле реформаларҙың ҡомло, ҡарлы бурандары уның йөрәгендә яралы эҙҙәр ҙә ҡалдырғандыр... Шулайҙа уның дуҫтарының йөрәгендә, оло йөрәкле, тыуған төбәген яратыусы шиғри күңелле, хисле кеше булып һаҡланасағына иманым камил!

Уның – “Синең йөрәгеңдә яшим” исемле бер китабындағы ошондай шиғри юлдар ҙа мин әйткәнде раҫлайҙыр...

Авылымда минең тәүге сөю,

Атлап киткән нәни эзләрем.

Ирмәшемә очып кайткан сайын,

Яшлек сукмакларын эзләдем.

Ҡәҙерле дуҫым! Һинең ошо шиғыр юлдарына өҫтәп мин дә, ошо бәләкәй генә хәтирәлә һүҙемде һинең һүҙҙәреңде саҡ ҡына үҙгәртеп: “Һин һаманда беҙҙең йөрәктә йәшәйһең” тип тамамлағым килә.